icon_gotop
18+
autorisation
Войти | Регистрация
Периодическое издание Республики Башкортостан актуальные новости и обозрение
Издается с февраля 2004 г.
Башкирское время
14:28
Четверг, 29 октября
Рекламный баннер 990x90px header-top

Башҡортостанда яғыулыҡҡа бәйле хәл тотороҡлана башланы

08:48 29.10.2026 16+
Шәп яңылыҡ! Башҡортостанда яғыулыҡҡа бәйле хәл тотороҡлана башланы. Әлеге ваҡытта ҙур селтәрҙәр автозаправкаларҙа яғыулыҡты канистрҙарға тултырыуҙы тыйыу ҡағиҙәһен ғәмәлдән сығара. Шулай уҡ яғыулыҡ күләменә лимит та бөтөрөлдө. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров Хөкүмәттең аҙналыҡ кәңәшмәһендә хәбәр итте.

Был яғыулыҡ баҙарындағы хәлдең тотороҡлолоғо менән бәйле. Беҙ быны үҙ күҙҙәребеҙ менән күрәбеҙ яғыулыҡ ҡойоу станцияларында сираттар юҡ, йәки улар бик бәләкәй, тине Радий Хәбиров.

️

Башҡортостан Башлығы Роснефть, Башнефть, Лукойл, Газпромнефтехим Салауат компанияларына, яғыулыҡ ҡойоу станциялары етәкселәренә рәхмәт белдерҙе. Шулай уҡ рәхмәт һүҙҙәре Оборона министрлығына һәм меңдән ашыу кешеһе булған БАРС төбәк бүлексәһенә әйтелде. "Башҡортостан" гәзитенең рәсми каналы: https://max.ru/gazetabashkortostan

50