icon_gotop
18+
autorisation
Войти | Регистрация
Периодическое издание Республики Башкортостан актуальные новости и обозрение
Издается с февраля 2004 г.
Башкирское время
13:50
Пятница, 18 Октября
Рекламный баннер 990x90px top

Мәскәү ауылы мәктәбендә КВН йәки Шаяндар һәм тапҡырҙар уйыны үтте

01:18 18.10.2024 16+
Мәскәү ауылы мәктәбендә КВН йәки Шаяндар һәм тапҡырҙар уйыны үтте

Башҡорт асыҡ КВН лигаһы республика йәштәренең үҫеше өсөн бик ҙур майҙансыҡ, үҫеш нөктәһе булып тора. Был юҫыҡта хәҙер Рәсәй кимәле тураһында һүҙ йөрөтһәк, бик күп телевизион шоуҙарҙың артистары, алып барыусылар – барыһы ла Рәсәй КВН-ынан сыҡҡан. Беҙҙең республикала ла Башҡорт КВН-ын үҫтереү буйынса ҙур эштәр алып барыла, һәм улар, әлбиттә, кәрәкле.

2024 йыл Рәсәйҙә Ғаилә йылы тип иғлан ителде. Был иһә ғаилә ҡиммәттәрен яҡлауға һәм үҫтереүгә, ғаилә институтын нығытыуға һәм уның йәмғиәттәге әһәмиәтен күтәреүгә айырыуса иғтибар бүленә тигән һүҙ. Шуға күрә уйындың төп темаһы – “Минең ғаиләм һәм мәктәбем– минең айырылмаҫ дуҫтарым” тип иғлан ителде.

Уйында 8 команда ярышты. Улар ярышта үҙҙәрен бөтә яҡтан уңғанлыҡта, зирәклектә,тапҡырлыҡта һәм шаянлыҡта күрһәттеләр.

Ярыш бик күңелле үтте. Уйын һөҙөмтәләре буйынса 5 класс уҡыусылары командаһы - 1 урын, 7 класс – 2 урын һәм 8В класс 3 урынды яуланы.

Ҡатнашҡан уҡыусыларға мәктәп директоры Сәҙрисламов Илнур Фәзғәт улы бүләктәр менән грамоталар тапшырырҙы һәм дә уйынсыларға ихлас ҡатнашҡандары, жюри ағзаларына ғәҙел баһалары, көйәрмәндәргә түҙемле «ауырыуҙары» өсөн рәхмәтен белдерҙе.

332

Оставить сообщение: