Шағир, Драматург, Журналист Сафуан Әлибаевтың тыуыуына 85 йыл.
08:00 21.02.2026 16+
Шағир, Драматург, Журналист Сафуан Әлибаевтың тыуыуына 85 йыл.
Сафуан Әлибаев 1941 йылдың 21 февралендә Салауат районының Тирмән ауылында тыуған. Ул әҙәби эшмәкәрлек менән иртә шөғөлләнә башлай. Балалар өсөн “Сағыу ҡояш — беҙҙең юлдаш” исемле тәүге шиғырҙар йыйынтығы 1968 йылда донъя күрә. Шул осорҙан алып кескәйҙәр һәм өлкәндәр өсөн тиҫтәнән ашыу китабы нәшер ителә. 1986 йылда “Өйөрмә” шиғырҙар йыйынтығы өсөн Сафуан Әлибаев Ғәлимов Сәләм исемендәге республика йәштәр премияһына, 1996 йылда “Тылсымлы шар” китабы өсөн ЮНЕСКОның Ганс Христиан Андерсен исемендәге халыҡ-ара почетлы дипломына лайыҡ була. Сафуан Әлибев йәмәғәт эшмәкәрлеге менән дә әүҙем шөғөлләнә. Төрлө йылдарҙа республиканың Яҙыусылар союзы идаралығы, Башҡортостан Хөкүмәте ҡарамағындағы Терминология комиссияһы ағзаһы, республика Балалар фонды рәйесе урынбаҫары була. Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры, Салауат районының почётлы гражданы.
Шағир йыр-моңға мөкиббән ғашиҡ кеше була. Ул йырларға ныҡ ярата, бигерәк тә башҡорт халыҡ йырҙарын үҙенсәлекле итеп башҡара. Сафуан Әлибаев башҡарыуында тиҫтәләгән йыр бөгөн Башҡортостан радио һәм телевидениеһының фонотекаһында һаҡлана.
Ул күберәк лирик поэзия өлкәһендә эшләне. Дуҫлыҡ һәм мөхәббәткә арналған бик күп шиғырҙары һәм йырҙары киң танылыу тапты.
Шағир балалар әҙәбиәтендә лә әүҙем була, тәржемә менән шөғөлләнә. Ул "Башҡорт балалар антологияһы"ның икенсе китабын төҙөп сығарған. Александр Пушкин, Рәсүл Ғамзатов һәм башҡа шағирҙарҙың әҫәрҙәрен башҡорт теленә тәржемә иткән.
21 февраля 2026 года исполняется 85 лет со дня рождения башкирскому поэту, детскому писателю, журналисту Сафуан Алибай. Родился он в с.Терменево Салаватского района, Башкирский поэт. Заслуженный деятель культуры Республики Башкортостан. Закончил филологический факультет Башкирского Государственно университета. В 1965-1986 гг. – работал ответственным секретарем, затем главным редактором журнала “Агидель”. Лауреат международного диплома ЮНЕСКО им. Г.К.Андерсена. В 2007 году имя Сафуана Алибая было внесено в энциклопедию «Лучшие люди России», Указом Президента Республики Башкортостан поэт был награжден орденом Салавата Юлаева.
Сафуан Алибаев был и известным драматургом. Его пьесы, на которых в Башкортостане воспитывалось не одно юное поколение, с неизменным успехом шли и идут на сценах разных театров.
Ещё одна яркая страница в творчестве Сафуана Алибаева - талантливые переводы на башкирский язык произведений Александра Сергеевича Пушкина, Расула Гамзатова, Давида Кугультинова и других классиков поэзии. В 1986 году он написал цикл стихов «Моё Царское село», в котором, мысленно беседуя с Пушкиным, размышлял о прошлом и будущем своего народа. Лирика самого башкирского поэта в разные годы переводилась на русский, казахский, украинский, туркменский, немецкий и монгольский языки.
На его стихи композиторами Загиром Исмагиловым, Робертом Газизовым, Розой Сахаутдиновой, Римом Хасановым написаны любимые народом песни, большой популярностью пользуются «Фронтовики», «Мне словно семнадцать», «Песня ожидания», «Я пою» и многие другие. Сафуан Алибаев - автор либретто детской оперы «Полет Марса» на музыку Роберта Газизова.
При всей своей творческой занятости Сафуан Афтахович находил время и для активной общественной деятельности. В разные годы он являлся членом правления республиканского Союза писателей, членом Терминологической комиссии при Правительстве Республики Башкортостан, заместителем председателя Детского фонда Башкортостана.
Оставить сообщение: