icon_gotop
18+
autorisation
Войти | Регистрация
Периодическое издание Республики Башкортостан актуальные новости и обозрение
Издается с февраля 2004 г.
Башкирское время
19:52
Четверг, 20 Ноября
Рекламный баннер 990x90px top

Ноябрь айында күренекле яҙыусы Шакир Янбаевтың тыуыуына 100 йыл

10:32 20.11.2025 16+
Ноябрь айында күренекле яҙыусы Шакир Янбаевтың тыуыуына 100 йыл.
Шакир Мәхийән улы Күгәрсен районының Бикбулат ауылында тыуған. 1943 йылда Бөйөк Ватан һуғышына саҡырыла һәм хәрби машина водителе булып, яу юлын үтә. Һуғыштан һуң Өфө музыка училишеһында, аҙаҡ Мәскәүҙә Әҙәбиәт институтында уҡый. Телевидение һәм радио дәүләт комитетында, "Ағиҙел" журналында эшләй. 2005 йылдың 3 июнендә вафат була.
2‑се дәрәжә Ватан һуғышы ордены кавалеры.
Әҙәбиәт һөйөүселәргә Шакир Янбаевтың "Зәңгәр сатыр" исемле китабын алып уҡырға тәҡдим итәбеҙ. Баҫма фронтовик яҙыусы, билдәле прозаиктың тыуыуына 100 йыл тулыу һәм Бөйөк Еңеүҙең 80 йыллығы айҡанлы нәшер ителде. Был әҫәр яңы нефть ятҡылыҡтарын асыусы геофизиктар тормошона арналған. Романда йәш инженер-геофизик Сынтимер Байназаров һәм башҡа геройҙарҙың характеры асыла.
186

Оставить сообщение: