Эльмира Йыһанбай ҡыҙы Сәсәнбаева 1950 йылдың 27 авгусында Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Маҡар ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған
08:15 27.08.2025 16+
Эльмира Йыһанбай ҡыҙы Сәсәнбаева 1950 йылдың 27 авгусында Башҡорт АССР-ының Ишембай районы Маҡар ауылында уҡытыусылар ғаиләһендә тыуған.Тарих, антропология, биология, химия, физика һ.б. фәндәр буйынса өйҙәрендә булған бихисап китаптарҙы уҡып, үҙләштереп үҫә буласаҡ шағирә. Уның шәхес булараҡ формалашыуына ата-әсәһе, яратҡан уҡытыусылары, мәктәбе, тыуған ауылы ифрат күпте бирә. Мәктәпте тамамлағас, Свердловск өлкәһендә Пышма экспедицияһында алтын эҙләү менән шөғөлләнә. 1970-1978 йылдарҙа Стәрлетамаҡтағы «Сода» производство берекмәһендә эшләй һәм ошо ваҡыттан башлап ҡалабыҙҙа төпләнә. Ижадҡа ул 29 йәшендә генә килә. Уның «Рәхмәт һүҙе» тип исемләнгән тәүге китабы 1983 йылда донъя күрә. 1990 йылда «Илгиҙәр»е менән китап уҡыусыларҙы һөйөндөрә. Ошо йылдарҙа Сәсәниә ырыуҙар хәрәкәтен үҫтереүҙә яҡындан тороп ҡатнаша. Стәрлетамаҡ ҡалаһында башҡорт театрын булдырыуҙа, ҡала мәктәптәрендә тәүге башҡорт синыфтарын астырыуҙа ла уның тос өлөшө бар. Ҡалала БИРО – филиалы асылғас Башҡортостан тарихы, мәҙәниәте, әҙәбиәте уҡытыусыларының белемен камиллаштырыу курстарында лекциялар уҡый. Ҡала башҡорттарының «Аманат» халыҡ үҙәгендә милли ойошоу мәсьәләләрен хәл итеүҙә лә тәүгеләр сафында тора, тарих комиссияһы етәксеһе була. «Ашҡаҙар» ҡала гәзитендә тарих буйынса мәҡәләләр менән, Башҡортостан радиоһы аша ялҡынлы, көнүҙәк темаларға сығыш яһауҙары менән дә ул Сәсәниә тигән исемен нығытты, сөнки кешелек ғүмеренә, ер ил яҙмышына шағирә бер ҡасан да битараф була алманы.
1992 йылдан — Башҡортостан Яҙыусылар союзы ағзаһы. 1997 йылда «Моң Тәңре» тип аталған шиғри йыйынтығы баҫыла. Ошо китабы менән шиғри мәҙәнилекте үҫтереүселәрҙең береһе тип атап була Сәсәниәне. Уның жанрҙар, формалар өләкәһендә тынғыһыҙ эҙләнеүҙәрен ҡыйыу һәм уңышлы эксперимент тип таныйҙар. Һамаҡ, сонет, Көньяҡтан (Фарсы) килгән робағи, ғәзәл формаларын да яратып, үҙ итеп ҡарай шағирә. Был китабында автор экологик, әхлаҡи, социаль проблемаларҙы күтәреп сыға.
2008 йылда сыҡҡан «Шиғырҙар» йыйынтығында ғүмер һәм тәбиғәт, күңел һәм рухиәт хаҡындағы әҫәрҙәре тупланған. Замандың көнүҙәк проблемаларын күтәргән тәрән фәлсәфәүи лирикаһы уҡыусыһын уйландырып ҡына ҡалмай, унан шәхес төҙөй.
2014 йылда баҫылған «Ҡобайыр ҡатламдары» исемле фәнни-популяр китабында автор Боронғо Азия илдәре тарихы, мифологияһын тикшереп, башҡорт халҡы менән уртаҡлыҡтарын күҙәтә, төрлөсә сағыштырыуҙар үткәрә.
Сасанбаева Эльмира Джиганбаевна (больше известная как Сэсэния, что в переводе с башкирского языка означает импровизатор, мастер слова) — башкирская поэтесса, член Союза писателей России и Республики Башкортостан (1992). Лауреат премии им. Гали Ибрагимова (1999). Родилась 27 августа 1950 года в селе Макарово Ишимбайского района БАССР. Работала в геологоразведке ПО «Сода» (1970—78), преподавала историю, культуру и литературу в Башкирском институте развития образования. В конце 70-х годов выступила с первыми стихами. В первом сборнике «Слово благодарности» размышляет о смысле жизни. Книга «Страница» вышла в 1990 г. В книга «Странница» воздвигает поэтические памятники личностям, оставившим след в сердцах людей. Она соавтор многих антологий. Автор фантастических рассказов (на башкирском языке).
Сэсэния – приверженец интеллектуальной поэзии, большое внимание уделяет работе над поэтической формой, ее излюбленные жанры – предания и сонеты. Образная система ее стихотворений богата и оригинальна, темы разнообразны. У ее таланта много граней. Она автор пяти поэтических сборников, соавтор 20 альманахов, антологий. Выход каждой ее книги – это новое открытие для читателей. Именно так была встречена книга «Таинство кубаира» посвященная тайнам эпоса «Урал батыр», минеральному богатству Южного Урала, которое с древности являлось опорой цивилизации. Ее творчество привлекает внимание новизной формы и необычностью стиля.
Оставить сообщение: