Йәй балалар өсөн дә, өлкәндәр өсөн дә бик матур осор. Каникул, отпуск, әүҙем ял мәле. Әммә, үкенескә ҡаршы, был осорҙа төрлө хәүеф-хәтәр ҙә һағалай. Һеҙҙең дә, балаларығыҙҙың да тормошо тик яҡшы ваҡиғаларҙан ғына торһон.
Хәүефһеҙлек кәңәштәрен әленән - әле иҫегеҙгә төшөрөп тороғоҙ һәм балаларығыҙға ла аңлатығыҙ. Улар менән теге йәки был осраҡта үҙеңде нисек тотоу кәрәклеген уйын рәүешендә һынау файҙалы буласаҡ. Балаларығыҙ теоретик белем генә алмаһын, белгәндәрен ғәмәли йәһәттән дә нығытһын. Ошо һәм башҡа мәсьәләләр буйынса фекер алышыуҙа Башҡортостан Юлдаш телевидениеһының Телеүҙәк тапшырыуында ведомство хеҙмәткәре Ленария Ямалетдинова ла ҡатнашты.