icon_gotop
18+
autorisation
Войти | Регистрация
Периодическое издание Республики Башкортостан актуальные новости и обозрение
Издается с февраля 2004 г.
Башкирское время
11:01
Воскресенье, 27 сентября
Рекламный баннер 990x90px header-top

Атайсал проектының әүҙем ҡатнашыусыларының береһе Альберт Дәүләтбаев, Ленин исемендәге тоҡомсолоҡ заводының генераль директоры.

22:15 04.05.2024 16+
e29c85.png «Атайсал» проектының әүҙем ҡатнашыусыларының береһе – Альберт Дәүләтбаев, Ленин исемендәге тоҡомсолоҡ заводының генераль директоры, Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты.

f09f938c.png Проект сиктәрендә ул тыуған Дүртөйлө районында 19 башланғысты тормошҡа ашырған. Изге ғәмәлдәр иҫәбендә – «Флүрә» мәсетен төҙөү, балалар өсөн хоккей ҡумтаһы ҡуйыу, урындағы мәҙәниәт йортон төҙөкләндереүҙә булышыу. Альберт Дәүләтбаев шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларға ла даими ярҙам күрһәтә.

f09f9793.png «Атайсал» проекты Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров инициативаһы менән 2021 йылдың 1 мартында старт алғайны. Өс йыл дауамында 25 меңдән ашыу мөһим проект ғәмәлгә ашырылған. 5,5 меңдән ашыу яҡташыбыҙ тыуған яҡтарына ярҙамға дөйөм алғанда 1,3 млрд һум йүнәлткән.

f09f8c90.png «Атайсал»ға һәр кем үҙ өлөшөн индерә ала. Бының өсөн сайтта (https://ataisal.ru) теркәлеү үтергә һәм үҙ идеяғыҙ менән бүлешергә кәрәк. Артабан ул муниципалитет хакимиәтенә еткерелә һәм урындарҙа тикшерелә.



2835