Бөйөк еңеүҙәр, спорттың төрлө төрҙәре һәм терминдары тураһында яҡшы беләһегеҙме?
Спортты яратыусылар һәм уның менән мауығыусылар өсөн спорт диктанты белемеңде тикшереп ҡарау ғына түгел, үҙенсәлекле, мауыҡтырғыс һынау ҙа. Төрлө һорауҙарға яуап биреп, яңы төшөнсәләр һәм мәғлүмәттәр менән танышырға була. Әйткәндәй, был сарала һәр кем, йәшенә һәм әҙерлек кимәленә ҡарамаҫтан, ҡатнаша ала. Бының өсөн sportdiktant.ru/ сайтына инегеҙ һәм теркәлегеҙ. Быйылғы диктант Паралимпия уйындарына арналған. 4 октябрҙә сәғәт 11-ҙә яҙа башлайбыҙ. Рәсәйҙең Олимпия комитеты һәм Спорт министрлығы Бөтә Рәсәй Спорт диктанты-2026 акцияһын үткәрә. Уның маҡсаты спорт тураһындағы белемде арттырыу, халыҡты әүҙем тормош алып барыуға йәлеп итеү һәм физкультураға ҡыҙыҡһыныу уятыу.
Башкортостан гәзите МАХ каналына https://max.ru/gazetabashkortostan ҡушылығыҙ