Беҙҙең райондағы балалар баҡсалары үҙҙәренең белем биреү ресурстарын "Тере Һүҙ" тигән яңы уҡытыу комплекты менән киңәйтте.
09:19
13.08.2026 16+
Беҙҙең райондағы балалар баҡсалары үҙҙәренең белем биреү ресурстарын "Тере Һүҙ" тигән яңы уҡытыу комплекты менән киңәйтте.
"Тере һүҙ" — Башҡортостан Республикаһында башҡорт телен һаҡлауға, үҫтереүгә һәм киңәйтеүгә йүнәлтелгән күп профилле мәҙәни-мәғариф проекты.
Проект Башҡортостан Республикаһы Башлығы гранты ярҙамында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы тарафынан тормошҡа ашырыла.
Проекттың төп маҡсаттары:
башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләү һәм туған телде һаҡлау;
· балаларҙа һәм йәштәрҙә тел мөхите булдырыу;
· нәфис һүҙ ярҙамында йәш быуынға эстетик тәрбиә биреү;
· ижади һәләттәрҙе асыу һәм үҫтереү.
Мәктәпкәсә белем биреү өлкәһендә
5–7 йәшлек балалар өсөн башҡорт телен өйрәнеүҙе еңеләйтеү маҡсатында сағыу этномәҙәни йүнәлешле күргәҙмә уҡыу комплекттары әҙерләнгән. Уларға республика тәбиғәте, ҡаҙаныштары, геройҙары, милли байрамдары тураһында мәғлүмәт тупланған плакаттар инә. Педагогтар, тәрбиәселәр һәм ата-әсәләр өсөн методик рекомендациялар бирелгән.
Проекттың әһәмиәте:
“Тере һүҙ” — башҡорт телен йәшәтеүгә, уны көндәлек тормошта, ғаиләлә, балалар баҡсаһында һәм мәктәптә әүҙем ҡулланыу мөхитен булдырыуға йүнәлтелгән сара. Проект туған телдең бай мираҫын — әкиәттәр, мәҡәлдәр, йырҙар, бишек йырҙары аша кесе йәштән үк һеңдереүҙе маҡсат итә.
Мәктәпкәсә йәштәге балалар өсөн был белем биреү комплекттары бәләкәй балаларыбыҙға уйын аша туған телде өйрәнергә ярҙам итер, тип ышанабыҙ.#ҡоролтай #ВсемирныйКурултайБашкир #курултайбашкирдюртюлинскогорайона#ЖивоеСлово #РоднойЯзык #Башкортостан #ВКБ #ФСГО #ЭльвираАиткулова.