icon_gotop
18+
autorisation
Войти | Регистрация
Периодическое издание Республики Башкортостан актуальные новости и обозрение
Издается с февраля 2004 г.
Башкирское время
21:53
Среда, 5 августа
Рекламный баннер 990x90px header-top

2026 йылдың 1-8 июнендә Башҡортостанда " Урал батыр" эпосына арналған декада үтә- башҡорт халҡының рухи мәҙәниәтенең иң мөһим ҡомартҡыларының береһен һаҡлауға һәм...

12:47 08.06.2026 16+
2026 йылдың 1-8 июнендә Башҡортостанда " Урал батыр" эпосына арналған декада үтә- башҡорт халҡының рухи мәҙәниәтенең иң мөһим ҡомартҡыларының береһен һаҡлауға һәм популярлаштырыуға йүнәлтелгән сара.
« Урал батыр» эпосы көнө күп быуатлыҡ йолалар менән тәрәнерәк танышырға мөмкинлек бирә.
Дүртөйлө Мәҙәниәт йортонда балалар өсөн матур саралар үтте.
Йәш башҡарыусылар Ариана Кәшфиева менән Илназ Хаматнуров эпостан өҙөктәр уҡыны, эпик хикәйәләүҙең тәүге оҫталыҡтарын күрһәттеләр. Артабан « Урал батыр" эпосы буйынса йәнһүрәт һәм рәссамдарҙың күргәҙмәһен ҡаранылар.
Шулай үҡ улар республика флешмобына ҡушылып, эпосты яттан һөйләнеләр.
" Йәйләү" лагерында декадникты дауам иттеләр. « һомай» һәм " Батыр" конкурсы үтте. Балалар бик тә ҡәнәғәт ҡалдылар.
Сара йәш быуындың халҡының мәҙәни мираҫы менән бәйләнешен нығытыуға һәм үҙ тарихы һәм йолалары менән ғорурланыу хистәрен тәрбиәләүгә булышлыҡ итте.
Садыкова Л. З
#Уралбатыр#всемирныйкурултайбашкир#
19
ЧИТАТЬ ТАКЖЕ ПО ТЕМЕ