БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ХАЛЫҠ-АРА ДИКТАНТ
09:29
14.04.2026 16+
БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ХАЛЫҠ-АРА ДИКТАНТ
14.04.2026
Хөрмәтле яҡташтар!
Һеҙҙе «БАШҠОРТ ТЕЛЕНӘН ХАЛЫҠ-АРА ДИКТАНТ» белем биреү акцияһында ҡатнашырға саҡырабыҙ!
Сара 2026 йылдың 17 апрелендә 11 сәғәттә башлана.
Диктант яҙыу түбәндәге кимәлдәр буйынса ҡаралған:
башҡорт телен башланғыс кимәлдә белеүселәр;
башҡорт телендә иркен аралашыусылар;
башҡорт теленең төньяҡ-көнбайыш диалектында аралашыусылар.
БСТ каналында тура эфирҙа йә рәсми сайтта https://bashdictant.ru/
теркәлеп яҙырға мөмкин.
Акция Башҡортостан халыҡтарының милли кейеме көнөндә уҙғарыла.
Байрам сараларында бергә һәм берҙәм булайыҡ! Милләтебеҙҙең, телебеҙҙең, мәҙәниәтебеҙҙең киләсәге беҙҙең ҡулда!
#БашҡортТелендәДиктант #башдиктант #башдиктант2026 #ДиктантПоБашкирскомуЯзыку #БашҡортсаДиктантЯҙам