Ҡәҙерле дуҫтар!
09:44
12.12.2025 16+
Ҡәҙерле дуҫтар!
Һеҙҙе Башҡорт теле көнө менән ҡотлайым.
Тел – ул милләт рухы, уны белмәйенсә тарихи хәтерҙе, мәҙәни йолаларҙы һаҡлап ҡалып булмай. Рәсәй – күп милләтле ил, ә туған телдәр һәр халыҡтың бөйөклөгөн, үҙенсәлеген һаҡлаусы төп сара.
Байрам көндә Һеҙгә башҡорт әҙәбиәтенең, тарихының һәм йолаларының иң яҡшы сығанаҡтарынан көс, илһам алып, тел белемен камиллаштырыу өҫтөндә арымай-талмай эшләүҙә тик уңыштар теләйем!
Мәғариф идаралығы начальнигы Н.Р.Ибатуллина